Тренер булараҡ донъя һәм Европа чемпионаттары, Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙарын тәрбиәләгән кеше. “Атайым меңләгән көрәшсе әҙерләне, ул шулай уҡ өлкәлә башҡорт милли ойошмаларын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашты”, - тип белдерҙе һәйкәлде асыу тантанаһында көрәшсенең улы Морис Йосопов.