Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Март 2020, 13:32

МИЛЛИ КЕЙЕМ ФЛЕШМОБЫНА ҠУШЫЛЫҒЫҘ!

Социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Милли кейем флешмобы бара. Салауат районы халҡы ла флешмобҡа әүҙем ҡушыла.Әлкә ауылынан Фидан Ғәлиуллин да флешмобта ҡатнашырға булған. Ул үҙ сәхифәһендә милли кейемдә төшкән фотоһүрәтен ҡуйып, “Милли батырбыҙ Салауат Юлай улы тоҡомонан сыҡҡанмын, шайтан-көҙәй ырыуынан булам”, - тип яҙған. Флешмобта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт милли кейемендәге фотоһүрәтегеҙҙе #ҠоролтайМиллиКейем #КурултайНациональныйКостюм хештегы менән сәхифәгә һалырға кәрәк. Ниндәй ырыуҙан булғанығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ.

Социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Милли кейем флешмобы бара. Салауат районы халҡы ла флешмобҡа әүҙем ҡушыла.
Әлкә ауылынан Фидан Ғәлиуллин да флешмобта ҡатнашырға булған. Ул үҙ сәхифәһендә милли кейемдә төшкән фотоһүрәтен ҡуйып, “Милли батырбыҙ Салауат Юлай улы тоҡомонан сыҡҡанмын, шайтан-көҙәй ырыуынан булам”, - тип яҙған.
Флешмобта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт милли кейемендәге фотоһүрәтегеҙҙе #ҠоролтайМиллиКейем #КурултайНациональныйКостюм хештегы менән сәхифәгә һалырға кәрәк. Ниндәй ырыуҙан булғанығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ.
Читайте нас: