Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Март 2020, 18:15

БӨТӘ РӘСӘЙ КОНКУРСЫНДА ЛАУРЕАТ БУЛДЫ

Республикала “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы уҙғарыу яҡшы йолаға әүерелде.Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй конкурсына йыр-бейеүгә, нәфис һүҙ оҫталығына һәләтле 106 бала йыйылды. Был бәйгелә үҙенең көсөн Торналы ауылынан Энже Душанова һынаны. Һәләтле, моңло тауышлы ҡыҙ вокал номинацияһында сығыш яһап, 2-се дәрәжәле лауреат булды. Йырсы ҡыҙға һәм уны был конкурсҡа әҙерләгән тәжрибәле педагог Айгөл Гәрәеваға Диплом һәм Рәхмәт Хаты тапшырылды.- Конкурс бик йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булды. Унда сығыш яһап, тәжрибә алдым. Киләсәктә тағы ла яңы үрҙәргә ирешәһем килә. Мине был конкурсҡа әҙерләгән, дәртләндергән етәксемә бик ныҡ рәхмәтлемен, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Энже.

Республикала “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы уҙғарыу яҡшы йолаға әүерелде.
Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй конкурсына йыр-бейеүгә, нәфис һүҙ оҫталығына һәләтле 106 бала йыйылды. Был бәйгелә үҙенең көсөн Торналы ауылынан Энже Душанова һынаны. Һәләтле, моңло тауышлы ҡыҙ вокал номинацияһында сығыш яһап, 2-се дәрәжәле лауреат булды. Йырсы ҡыҙға һәм уны был конкурсҡа әҙерләгән тәжрибәле педагог Айгөл Гәрәеваға Диплом һәм Рәхмәт Хаты тапшырылды.
- Конкурс бик йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булды. Унда сығыш яһап, тәжрибә алдым. Киләсәктә тағы ла яңы үрҙәргә ирешәһем килә. Мине был конкурсҡа әҙерләгән, дәртләндергән етәксемә бик ныҡ рәхмәтлемен, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Энже.
Читайте нас: