Сәнғәт донъяһы – үҙе бер мөғжизә. Йыр сәнғәтенә, сәхнә тормошона ғашиҡ булған Линария Мөхәмәтйәнова үҙенсәлекле моңло тауышы менән һоҡландырған ҡыҙ.
Бәләкәй сағынан йырларға яратҡан Линария сәхнә түрен төрлө йырҙар менән биҙәй. Ул Әлкә мәктәбендә белем ала. Талантлы ҡыҙ тамашасылар алдында йырлауҙан тыш, үҙен төрлө йыр-моң бәйгеләрендә һынап ҡарай, һәм уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, күптән түгел район мәҙәниәт йортонда уҙған “Бөйөк Еңеүҙе данлап” патриотик йырҙарҙы йәш башҡарыусыларҙың конкурсында ул 1-се урын яуланы.
Күңеле моң менән тулған йырсы ҡыҙға алдағы тормошоңда уңыштар, ижади бейеклектәр, артабан һүрелмәй, ижад күгендә балҡып яныуын теләйек.