Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Март 2020, 10:37

ҠАТЫН-ҠЫҘ - УЛ ҺӨЙӨҮ СЫҒАНАҒЫ, ЙӘШӘҮ САТҠЫҺЫ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы районыбыҙҙың гүзәл заттары район Советының, Хакимиәтенең, ҡатын-ҡыҙҙар советының һәм бөтә ир-егеттәрҙең ҡотлауын ҡабул итте.Район башлығы Марс Кашапов күңел йылыһы, бөтмәҫ энергия, ихтыяр көсө, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм һөйөү бүләк иткәне, усаҡ йылыһын һаҡлағаны, балалар тәрбиәләгәне өсөн тантанаға килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡотлау сығышынан һуң район етәксеһе үҙенең ижади, намыҫлы хеҙмәте менән уңыштарға өлгәшкән бер төркөм ҡатын-ҡыҙға Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Әлкә урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфәриә Ямалетдинова ла бар ине. Гөлфәриә Дауыт ҡыҙы йәш булыуына ҡарамаҫтан, бихисап күрһәткестәргә өлгәшкән педагог. Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе, һуңынан Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында эшләп, тәжрибә туплай. Бөгөн ул Әлкә мәктәбендә балаларға тәрбиә, белем бирә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Афарин!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы районыбыҙҙың гүзәл заттары район Советының, Хакимиәтенең, ҡатын-ҡыҙҙар советының һәм бөтә ир-егеттәрҙең ҡотлауын ҡабул итте.
Район башлығы Марс Кашапов күңел йылыһы, бөтмәҫ энергия, ихтыяр көсө, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм һөйөү бүләк иткәне, усаҡ йылыһын һаҡлағаны, балалар тәрбиәләгәне өсөн тантанаға килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡотлау сығышынан һуң район етәксеһе үҙенең ижади, намыҫлы хеҙмәте менән уңыштарға өлгәшкән бер төркөм ҡатын-ҡыҙға Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында Әлкә урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфәриә Ямалетдинова ла бар ине. Гөлфәриә Дауыт ҡыҙы йәш булыуына ҡарамаҫтан, бихисап күрһәткестәргә өлгәшкән педагог. Өфө ҡалаһында балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе, һуңынан Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында эшләп, тәжрибә туплай. Бөгөн ул Әлкә мәктәбендә балаларға тәрбиә, белем бирә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Афарин!
Читайте нас: