Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Февраль 2020, 16:47

"ОҘОН КӨЙ"ҘӨ ЙӘШТӘР ҘӘ БАШҠАРА

“Оҙон көй”ҙө ололар күберәк ярата, уны башҡара, тигән фекер йөрөй. Ысынлап та, бәлки, был дөрөҫтөр, әммә был башҡорт музыка фольклористикаһындағы мелодик стилен йәштәр ҙә үҙ итә.Кисә район мәҙәниәт йортонда “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы быны иҫбатланы. Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимовтың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған бәйгелә йәш, талантлы йырсы, Лағыр ауылы егете Илнур Бикмөхәмәтовтың сығышы барыһын да һоҡландырҙы. Шәп, моңло тауышлы егет дәртле башҡорт халыҡ йырын башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Жюри ағзалары уның сығышын маҡтап телгә алып, Илнурға Диплом һәм бүләк тапшырҙы. Афарин!

“Оҙон көй”ҙө ололар күберәк ярата, уны башҡара, тигән фекер йөрөй. Ысынлап та, бәлки, был дөрөҫтөр, әммә был башҡорт музыка фольклористикаһындағы мелодик стилен йәштәр ҙә үҙ итә.
Кисә район мәҙәниәт йортонда “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы быны иҫбатланы. Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимовтың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған бәйгелә йәш, талантлы йырсы, Лағыр ауылы егете Илнур Бикмөхәмәтовтың сығышы барыһын да һоҡландырҙы. Шәп, моңло тауышлы егет дәртле башҡорт халыҡ йырын башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Жюри ағзалары уның сығышын маҡтап телгә алып, Илнурға Диплом һәм бүләк тапшырҙы. Афарин!
Читайте нас: