Унда бөтәһе 90 кешене бүләкләнеләр. Беҙҙең райондың “һанлы" ирекмәне
Гөлнәзирә Юлдашбаева БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының
Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ул былтыр, башҡа ирекмәндәр менән бергә,
өлкән йәштәге граждандарға “һанлы” телевидениеға күсеүҙә әүҙем
булышлыҡ итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда аналог тапшырыуы 2019 йылдың 14 октябренән туҡтатылды. БСТ каналынан башҡа, республикала телевидение тулыһынса “цифрлы” форматҡа күсте.