Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Ғинуар 2020, 16:23

Ярымфиналға үттеләр!

Күптән түгел башҡорт Юниор КВН лигаһының 7-се миҙгеленең 1/4 финал уйыны үтте. Беҙҙең райондан Лағырҙан “Бер юл” һәм Арҡауылдан “Йор үҙән” командалары сығыш яһаны.Уйын тәү тапҡыр онлайн форматта уҙғарылды. Жюри ағзалары "Яңы йылда беҙҙең менән булған мөғжизә" темаһына төшөрөлгән һәр бер команданың видеороликтарын баһаланы. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең ике команда ла февралдә ойоштороласаҡ ярымфиналға үтте. Бынан тыш, лағырҙар – 1-се, ә арҡауылдар 3-сө урынға лайыҡ булды. Һеҙҙең иғтибарығыҙға видеороликтарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Күптән түгел башҡорт Юниор КВН лигаһының 7-се миҙгеленең 1/4 финал уйыны үтте. Беҙҙең райондан Лағырҙан “Бер юл” һәм Арҡауылдан “Йор үҙән” командалары сығыш яһаны.
Уйын тәү тапҡыр онлайн форматта уҙғарылды. Жюри ағзалары "Яңы йылда беҙҙең менән булған мөғжизә" темаһына төшөрөлгән һәр бер команданың видеороликтарын баһаланы. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең ике команда ла февралдә ойоштороласаҡ ярымфиналға үтте. Бынан тыш, лағырҙар – 1-се, ә арҡауылдар 3-сө урынға лайыҡ булды. Һеҙҙең иғтибарығыҙға видеороликтарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Читайте нас: