Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Ғинуар 2020, 15:30

“Ҡыш бабайға хат” проектында еңеүсе булды

Өфөлә “Ҡыш бабайға хат” балалар республика проектын йомғаҡлап, еңеүселәрҙе баш ҡалаға Ҡыш бабайҙың Раштыуа шыршыһына саҡырҙылар. Еңеүселәр араһында 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 6-сы классы уҡыусыһы Алина Шәйәхмәтова ла бар. Проект шарттарына ярашлы, бүләк һорап яҙған хаттар ҡаралманы. Конкурста 2019 йыл буйына башҡарылған изге эштәр тураһында ғына хаттар ҡатнашты. Алина хатында үҙе һәм башҡарған изге эштәре хаҡында яҙа. Алина етем балалар тураһында тапшырыуҙы ҡарағас, уларға ярҙам итергә була. Изге күңелле, мәрхәмәтле ҡыҙ, ата-әсәләренә әйтмәй, үҙенән артҡан аҡсаларын бер урынға йыйып бара. Мең һумдан ашыу аҡса йыйылғас, Алина магазиндан альбом, буяу, ҡәләм кеүек кәрәк-яраҡтарын һатып алып, уларҙы “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына алып барып тапшыра. Ҡыҙҙың үтенесе буйынса, "шоңҡар"ҙар уларҙы Боксит коррекцион мәктәп-интернатына бүләк итә. Был изге эше тураһында ла Алина хатында яҙырға онотмай. Изге йөрәкле ҡыҙ мәктәптән тыш үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ ул “Йүрүҙән” гәзитенә, республика баҫмаларына ла үҙенең шиғырҙарын, мәҡәләләрен ебәреп тора. Афарин, Алина!

Өфөлә “Ҡыш бабайға хат” балалар республика проектын йомғаҡлап, еңеүселәрҙе баш ҡалаға Ҡыш бабайҙың Раштыуа шыршыһына саҡырҙылар. Еңеүселәр араһында 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 6-сы классы уҡыусыһы Алина Шәйәхмәтова ла бар.
Проект шарттарына ярашлы, бүләк һорап яҙған хаттар ҡаралманы. Конкурста 2019 йыл буйына башҡарылған изге эштәр тураһында ғына хаттар ҡатнашты. Алина хатында үҙе һәм башҡарған изге эштәре хаҡында яҙа.
Алина етем балалар тураһында тапшырыуҙы ҡарағас, уларға ярҙам итергә була. Изге күңелле, мәрхәмәтле ҡыҙ, ата-әсәләренә әйтмәй, үҙенән артҡан аҡсаларын бер урынға йыйып бара. Мең һумдан ашыу аҡса йыйылғас, Алина магазиндан альбом, буяу, ҡәләм кеүек кәрәк-яраҡтарын һатып алып, уларҙы “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубына алып барып тапшыра. Ҡыҙҙың үтенесе буйынса, "шоңҡар"ҙар уларҙы Боксит коррекцион мәктәп-интернатына бүләк итә. Был изге эше тураһында ла Алина хатында яҙырға онотмай.
Изге йөрәкле ҡыҙ мәктәптән тыш үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ ул “Йүрүҙән” гәзитенә, республика баҫмаларына ла үҙенең шиғырҙарын, мәҡәләләрен ебәреп тора. Афарин, Алина!
Читайте нас: