Конкурсты беҙҙең баш предприятие – “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто йыл дауамында уҙғарҙы. Уның шарты буйынса гәзиттең рәсми сайтына ҡуйылған материалдар баһаланды. Лиана Франгил ҡыҙы һәр квартал һайын призлы урындар алып, бер нисә тапҡыр беренсегә лә сыҡты. Ә йыл һөҙөмтәһе буйынса район һәм ҡала матбуғат баҫмалары араһында ул беренсе урынды алды.
Лиана Мөғинова (Вәлиуллина) “Йүрүҙән” гәзите редакцияһында 2013 йылдан бирле эшләй. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. Һәләтле һәм шәп хеҙмәткәребеҙ гәзиткә материалдарҙы ла оператив әҙерләй, баҫманың рәсми сайтын һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрен дә әүҙем алып бара.
Рәсәй матбуғаты көнө – һөнәри байрамыбыҙ уңайынан йәш ҡәләмдәшебеҙ Лиана Мөғинованы ла ҡотлап, уға эшендә ижади үрҙәр, шәхси тормошонда уңыштар теләйбеҙ!