Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Декабрь 2019, 13:38

РЕСПУБЛИКА ШЫРШЫҺЫНА БАТЫР ҘА БАРА

20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — Республика шыршыһы үткәрелә. Беҙҙең райондан мәртәбәле сараға 5 уҡыусы, шул иҫәптән Әлкә мәктәбе уҡыусыһы Батыр Камалетдинов та бара.Батыр бәләкәйҙән ат сабыштарында ҡатнаша. Ҡурҡыу белмәҫ, сая малай тәжрибәле жокейҙарҙан бер ҙә ҡалышмай. Ул республика ярыштарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, бихисап тапҡыр еңеүсе булды. Быйыл Батыр “Терра-Башҡортостан” ат сабыштарында үҙен һынап, уңыштарға иреште. Исеме есеменә тап килгән Батыр көрәштә лә бил бирмәй, призлы урындар яулай. Шәп егет һис шикһеҙ шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ.

20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — Республика шыршыһы үткәрелә. Беҙҙең райондан мәртәбәле сараға 5 уҡыусы, шул иҫәптән Әлкә мәктәбе уҡыусыһы Батыр Камалетдинов та бара.
Батыр бәләкәйҙән ат сабыштарында ҡатнаша. Ҡурҡыу белмәҫ, сая малай тәжрибәле жокейҙарҙан бер ҙә ҡалышмай. Ул республика ярыштарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, бихисап тапҡыр еңеүсе булды. Быйыл Батыр “Терра-Башҡортостан” ат сабыштарында үҙен һынап, уңыштарға иреште. Исеме есеменә тап килгән Батыр көрәштә лә бил бирмәй, призлы урындар яулай. Шәп егет һис шикһеҙ шундай дәртләндереү сараһына лайыҡ.
Читайте нас: