Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Декабрь 2019, 13:12

“Тыуған яғым менән илһамланам”

“Тыуған яғым менән илһамланам”Ҡалмаҡтар ауылы егете Алмаз Зиннәтов барыһын да үҙенең картиналары менән таң ҡалдыра.

Яҡташыбыҙ бөгөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының “Гром” махсус йүнәлтелгән отрядында өлкән оперуполномоченный булып эшләй. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Алмаздың һүрәт төшөрөү буйынса махсус белеме юҡ.


Алмаз Айҙар улы әйтеүенсә, ул бәләкәйҙән һүрәт төшөрөүгә тартылған. “Әсәйем һөйләүенсә, тәпәй баҫҡас уҡ, мин ҡулыма ручка алып, линолеум киҫәктәрендә танк, вертолеттар төшөргәнмен. Һуңынан ул мине Малаяҙ музыка мәктәбенә һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөткәнен хәтерләйем. Әммә унда миңә бик үк оҡшап етмәне, шуға күрә түңәрәккә йөрөр урынына, мин көрәш секцияһына бара торғайным. Ниһайәт, 9-сы класта белем алғанда уҡытыусы Тайфур Алмас улы миндә ижад осҡондары уята алды. Там уның етәкселеге менән мин тәүге натюрморттарымды төшөрҙөм, һыуыҡ һәм йылы тондар тураһында белдем, ғөмүмән, һүрәт төшөрөү донъяһын астым. Ғаиләм, тормош иптәшем – илһамымдың төп сығанағы. Улар миңә яңы үрҙәр яуларға, һүрәт төшөрөргә ҡанат ҡуя”, - ти ул.

Һәләтле егет бигерәк тә портрет, пейзаждар төшөрөргә ярата. Портреттарҙы фотоларҙан ҡарап эшләһә, пейзаждарҙы ул фантазияға бирелеп төшөрә. Күп саҡта ул тыуған яҡтарының тәбиғәте менән илһамлана. Яңыраҡ отряд урынлашҡан бинаның стенаһын биҙәп, унда ла һүрәт төшөрҙө.

“Кешенең эске матурлығы йылдар үтеү менән уның битендә сағыла, тип уйлайым. Эскерһеҙ, изге,яҡшы кешеләрҙең портреттарын төшөрөргә яратам”, - ти Алмаз Айҙар улы.

------


Наш земляк Алмаз Зиннатов рисует удивительные картины. Талантливый художник родом из деревни Калмакларово. Сегодня Алмаз трудится старшим оперуполномоченным, взрывотехником отряда специального назначения «Гром» МВД Башкирии. У Алмаза художественного образования нет. Но это не помешало ему создавать потрясающие картины.


Портреты Алмаз рисует в основном с фотографий, а пейзажи берет из головы и вдохновляется природой родного Салаватского района. А недавно в здании отряда специального назначения «Гром» Зиннатову выделили стену и он изобразил на стене один из эпизодов службы в органах: высадка отряда в поле с вертолета.

Вот что сам художник рассказывает о своем творческом пути: “Интерес к рисованию появился с малых лет. Мама рассказывает,только начал ходить, а уже рисовал всякие вертолетики и танки на куске линолеума. В начальных классах она записала меня на кружок изобразительного искусства в музыкальной школе с. Малояз. Но мне там особо не нравилось. Оттуда я сбегал на тренировки по борьбе куреш. Чуть позже в 9 классе подружился с учителем рисования Тайфуром Алмасовичем. Именно он смог зажечь во мне искорку, говорил, чтобы я не зарывал свой талант. Я начал рисовать акварелью натюрморты . Благодаря ему впервые узнал про холодные и тёплые тона, рефлексы и тд.
Вдохновение я черпаю с любви моей семьи. Вдохновение мне также дают завораживающая красота нашей природы. Люблю рисовать горы, скалы, реки, с густыми смешанными лесами. Портреты людей красивых душою, добрых, отзывчивых. Мне кажется, что внутреннее состояние человека с годами отражается на его лице”.


Читайте нас: