Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Декабрь 2019, 12:45

“РЕСПУБЛИКА ТУРАҺЫНДАҒЫ ИҢ ЯҠШЫ ЙЫР”

Салауат районы һәләттәргә бик бай. “Юлдаш” төркөмө музыканты, йырсы Адик Шәйәхмәтов шундайҙарҙың береһе. Ул бихисап йыр конкурстары, фестивалдәре еңеүсеһе. Бынан тыш ул үҙе йырҙар ижад итеүсе автор ҙа.Күптән түгел үткән “Өфө тулҡыны - 2019" конкурсында яҡташыбыҙ Алина Ғафарова тап уның йыры менән сығыш яһаны. “Мәңге бергә” йырының авторы Адик Шәйәхмәтов булһа, уның музыкаһын Илфат Ямалиев яҙған. “Мәңге бергә” “Республика тураһындағы иң яҡшы йыр” булып танылып, Адик Шәйәхмәтов грамота менән билдәләнде.

Салауат районы һәләттәргә бик бай. “Юлдаш” төркөмө музыканты, йырсы Адик Шәйәхмәтов шундайҙарҙың береһе. Ул бихисап йыр конкурстары, фестивалдәре еңеүсеһе. Бынан тыш ул үҙе йырҙар ижад итеүсе автор ҙа.
Күптән түгел үткән “Өфө тулҡыны - 2019" конкурсында яҡташыбыҙ Алина Ғафарова тап уның йыры менән сығыш яһаны. “Мәңге бергә” йырының авторы Адик Шәйәхмәтов булһа, уның музыкаһын Илфат Ямалиев яҙған. “Мәңге бергә” “Республика тураһындағы иң яҡшы йыр” булып танылып, Адик Шәйәхмәтов грамота менән билдәләнде.
Читайте нас: