Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Ноябрь 2019, 09:20

АФАРИН, ЕГЕТТӘР!

16 ноябрҙә яҡташыбыҙ, генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарылды.

16 ноябрҙә яҡташыбыҙ, генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғарылды. Был ярыш Өфөлә тәүгә үткәрелде. Бынан ары ул йыл һайын ойоштороласаҡ. Тантананы асыуҙа Республика башлығы Радий Хәбиров, Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, мәғариф министры Айбулат Хажин, вафат булған генерал-лейтенанттың ҡатыны Фидәлиә, яҡташыбыҙҙың атаһы Фәрүәз һәм ағаһы Рәмил Әхмәтхановтар ҡатнашты.
Ярышта Салауат районы командаһы ла ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Өсөнсө урынға Арсен Борханов, Илдан Камалетдинов, Азат Фәтҡуллин, икенсегә – Илнур Ғайнанов, ә беренсегә Наил Мөхәмәтйәнов сыҡты. Улар аҡсалата бүләк менән билдәләнде. Афарин, егеттәр!
Читайте нас: