Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Ноябрь 2019, 11:25

ЯҠТАШЫБЫҘҘЫҢ ЯҢЫ КЛИПЫ СЫҠТЫ

16 ноябрҙә йәш танылған йырсы, халыҡ-ара, республика конкурстары еңеүсеһе Урмансы ауылынан булған Сәйет Сәйетғалиндың өр яңы йыры сыҡты.

16 ноябрҙә йәш танылған йырсы, халыҡ-ара, республика конкурстары еңеүсеһе Урмансы ауылынан булған Сәйет Сәйетғалиндың өр яңы йыры сыҡты. Сәйет яңы йырын "Юлдар" тип атаған, уға клип та төшөрөлгән.
Һәләтле егет йырҙың һүҙҙәрен үҙе яҙған, һәм клиптың монтажын да үҙе эшләгән. Йыр һәм клип яҡташыбыҙҙың тыуған яғына, ауылына мөхәббәт тойғолары менән һуғарылған. Афарин, Сәйет! Һинең тормош юлың һәр ваҡыт шулай уңышлы булһын.
Читайте нас: