Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Ноябрь 2019, 13:34

Аҡса бер муҡса!

Донъябыҙ изге, мәрхәмәтле, үҙен генә уйламай, башҡаларҙы ҡайғыртып, уларға ярҙам итеп йәшәгән кешеләр менән йәмле. Беҙ күп саҡта ашыҡҡанда, тулҡынланғанда, йә берәй уйҙарға бирелеп, иғтибарлығыбыҙҙы юғалтабыҙ. Бәғзеләр, шундай ваҡыт менән файҙаланып, ундайҙарҙы тишек кәмәгә ултыртырға ғына тора. Мутлашыусылар ҙа ошондай бер ҡатлыларҙы “ҡармағына” эләктерә. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә барыбыҙҙың да осрағаныбыҙ бар. Бәхеткә күрә, арабыҙҙа, ә башҡаларҙың иғтияжын үҙенекенә ҡарағанда юғарыраҡ ҡуйған, бәләгә осрағанда ярҙамға килгән мәрхәмәтле кешеләр бар.
...Әлкә ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Дамир Ямалетдиновҡа был көн башҡаларҙан бер нимәһе менән айырылмай. Ул йорт тирәһендә эшен бөтөрә лә, йомошо менән Малаяҙ ауылына юллана. Бензины аҙыраҡ ҡалғанын күреп, ауылдың осонда урынлашҡан заправкалау станцияһына туҡтай. Яғыулыҡ тултырып торғанда ерҙә ятҡан сумканы күреп ҡала. Сумканың хужаһы күренмәгәс, ул башта аптырап тора ла, уны асып ҡарарға була. Асһа –сумка тулы аҡса!!! Был ваҡытта оло кешенең күҙ алдында яңы машина, ҡатынына нөркә тун, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә күстәнәстәр һәм башҡа затлы әйберҙәр бер-бер артлы үткәндер, моғайын, әммә ул нәфсеһен еңеп, аҡса менән кошелекты кассала ултырған ҡыҙға алып барып бирә. Кассир сумканың хужаһын табып, аҡсаны уға биреүгә Дамир Бәҙретдин улынан елдәр генә иҫкән була.
Сумканың хужаһы спорт һәм хеҙмәт ветераны Илдар Фәйзуллин был көндө команда менән хоккей ярышына барырға юллана. Һәм юлға сығыр алдынан заправкаға инеп сыға ла унда сумкаһын онотоп ҡалдыра:

- Ашыҡҡан ашҡа бешкән, - тиҙәр. Был көндө лә бик ашыға инем, хатта сумкамды онотоп ҡалдырғам. Ярай әле ул мәрхәмәтле кешенең ҡулына эләккән. Дамир Бәҙретдин улына бик ныҡ рәхмәтлемен, - тип һөйләй ул. - Шул көндәрҙә ул 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Уға һаулыҡ, шатлыҡлы оҙон ғүмер теләйем.


---------------------------
Этот случай хоть и произошел год назад, но об этом узнали мы только сейчас. В редакцию газеты “Юрюзань” обратился ветеран спорта и труда Ильдар Файзуллин.

- В тот день мы с ребятами ехали на соревнование по хоккею и очень спешили. Перед дальней дорогой в Малоязе решили заправить машину. С собой я брал сумку, а в ней все документы и крупная сумма денег. Помню как мы заправились и уехали. Потерю я обнаружил только возле Мечетлино, - рассказал нам Ильдар Фаритович.


Житель с. Алькино ветеран труда Дамир Ямалетдинов приехал в райцентр и по дороге домой заехал на заправку.
- Заправился, вдруг увидел, что посередине дороги лежит сумка. Никого рядом не было и я подобрал ее. Заглянул внутрь, а там – деньги. Даже мысли не было взять все себе. Сразу решил: надо вернуть. Подошел к оператору заправки и оставил ей сумку, - рассказывает Дамир Бадретдинович.


А там владельца сумки нашли сразу. Ильдар Фаритович приехал за сумкой. С порога заявил: такого не ожидал. И, конечно, очень благодарен Дамиру Бадретдиновичу, что поступил честно.
Оказалось , что на днях он отмечает свой 70-летний юбилей.

- Хотелось бы, чтоб о его благородном поступке узнали как можно больше людей. Поздравляю его с юбилеем и желаю всего наилучшего, - выразил свои теплые пожелания Ильдар Фаритович.


Читайте нас: