Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Октябрь 2019, 16:41

ДИПЛОМ ҺӘМ 20 МЕҢ ҺУМЛЫҠ СЕРТИФИКАТ

ДИПЛОМ ҺӘМ 20 МЕҢ ҺУМЛЫҠ СЕРТИФИКАТ Өфөлә “Республиканың иң матур ауылы” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Тантанала Әлкә ауылы биләмәһе башлығы Марс Баһаутдинов та ҡатнашты.

Кисә Өфөлә ауыл хужалығы эшсәндәре бүләкләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.
Был көндө республиканың иң матур, төҙөк ауылдарына ла иғтибар йүнәлтелеп, “Республиканың иң матур ауылы” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы.

Сараға был конкурста ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған ауыл вәкилдәре саҡырылды. Тантанала Әлкә ауылы биләмәһе башлығы Марс Баһаутдинов та ҡатнашты. Уға Диплом һәм 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Билдәле булыуынса, Әлкә ауылы ошо бәйгелә ҡатнашып, “Республиканың иң матур ун ауылы” исемлегенә инеп, “Социаль яҡтан үҫешкән” номинацияһында еңеп сыҡты.

-------


В Уфе прошло награждение победителей конкурса «Самое красивое село РБ»


Вчера республика отпраздновала День работников сельского хозяйства и перерабатывающей промышленности. В Уфе прошли награждения лучших аграриев региона.
Символично было в День работников сельского хозяйства отметить те населенные пункты, те села и деревни, которые отличаются сегодня своей красотой, благоустроенностью, ухоженностью, а также бережным отношением жителей к своей малой родине. Именно в этот день в Уфе прошла торжественная церемония награждения победителей конкурса «Самое красивое село Республики Башкортостан».
На торжественную церемонию были приглашены участники и победители конкурса, в том числе представили с. Алькино. Главе Алькинского сельского совета Марсу Багаутдинову вручили Диплом и денежный сертификат. Напоминаем, что село Алькино было удостоено победы в номинации " Социально развитое село" и награждено премией в размере 20 тысяч рублей.