Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Октябрь 2019, 13:27

Ғаиләһен ҡотҡарам тип, ут эсенә ташланған

«Әгәр һин килеп өлгөрмәһәң, хәҙер өсөбөҙ ҙә булмаҫ инек». Үҙенең ғаиләһен янғындан ҡотҡарған йәш геройҙы Мәскәүҙә бүләкләйҙәр.

«Әгәр һин килеп өлгөрмәһәң, хәҙер өсөбөҙ ҙә булмаҫ инек».

Үҙенең ғаиләһен янғындан ҡотҡарған йәш геройҙы Мәскәүҙә бүләкләйҙәр.


Архангел районынан 17 йәшлек Александр Маскалев быйыл яҙ үҙенең ғаиләһен янғындан ҡотҡарған. Ул мунса яғып йөрөгән, ә сыҡҡас өйҙәренең верандаһын ут ялмап алғанын күреп ҡалған. Эстә әсәһе, дүрт йәшлек һеңлеһе һәм бәләкәй ҡустыһы булған.


Саша, бер секунд та уйлап тормайынса, дөрләп янған өйгә ташланған. Тәүҙә һеңлеһе менән ҡустыһын алып сыҡҡан. Бының өсөн тәҙрәне ватырға тура килгән, сөнки ут ишектән үтергә бирмәгән. Шунан әсәһе артынан кире ингән.


Үҫмерҙең тәненең 25 проценты бешкән. Аҙаҡ ул оҙайлы реабилитация үткән.


Хәҙер ул «Герой-балалар» федераль проектында ҡатнаша һәм Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына бара.