Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Октябрь 2019, 12:04

Ғаиләне үлемдән ҡотҡарған

Тракторсы бер ғаиләне үлемдән ҡотҡара: ул машинаға табан осоп килгән тәгәрмәсте туҡтата.

Тракторсы бер ғаиләне үлемдән ҡотҡара: ул машинаға табан осоп килгән тәгәрмәсте туҡтата.


Был хәл М-5 юлының Ураҙбахты ауылы янында була. Ҡапыл юлда китеп барған фураның тәгәрмәсе ысҡынып китә һәм йәшен тиҙлегендә ҡаршы һыҙаттағы «Нива» машинаһына табан оса. Бәхеткә күрә, Зөлфәт Ғатауллин көрәкле тракторы менән тәгәрмәсте туҡтатып өлгөрә. Һөҙөмтәлә, «Нива»лағы кешеләр иҫән ҡала.


Шатлыҡтарынан улар Зөлфәтте фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һала һәм сикһеҙ рәхмәтен белдерә. Билдәле булыуынса, ҡыйыу ир федераль юл хеҙмәтендә тракторсы булып эшләй икән.

------

В Башкирии тракторист спас семью от гибели, пойдя на таран колеса, оторвавшегося от грузовика и покатившегося на машину. Инцидент произошел на трассе М-5 недалеко от села Уразбахтино.
О поступке 36-летнего Зульфата Гатауллина стало известно благодаря спасенным им людям. Они вывесили пост в социальных сетях, где рассказали о случившемся.
По их словам, неожиданно у фуры оторвало колесо, и оно покатилось в сторону их автомобиля Niva. Тракторист, увидев произошедшее, «пошел на таран и ковшом остановил это колесо». Люди были спасены.


Читайте нас в