Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Октябрь 2019, 15:42

Иң яҡшы етәкселәр иҫәбендә

Нелли Рәхмә­тул­лина Рәсәйҙең иң яҡшы етәкселәре исемлегенә инде.

Нелли Рәхмә­тул­лина Рәсәйҙең иң яҡшы етәкселәре исемлегенә инде.


Ул Салауат районы мәғариф бүлегенә етәкселек иткәндә Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнаша. “Рәсәй Федера­ция­һының иң яҡшы етәкселәре” асыҡ кон­курсына үҙенең шәхси һәм белем биреү ойошмаларының уңыштары тураһында материалдар ебәрә, тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша. Әлбиттә, уларҙы төрлө ведомстволар биргән Почет грамоталары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары менән дәлилләй. Конкурс Интернет аша уҙғарыла.
Нелли Наил ҡыҙы ошо конкурс һөҙөм­тәләре буйынса “Рәсәй Феде­рация­һының иң яҡшы Етәк­селәре” Бөтә Рәсәй танылыуын яулауын раҫлаған Лауреат Таныҡлығына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Нелли Рәхмә­туллина ун йыл район мәғариф бүлеге начальнигы ва­зифаһында эшләне. Быйыл июндә ул Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһына рәйес булып күсте.

Айҙар НОҒАМАНОВ.
Читайте нас: