Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Октябрь 2019, 21:54

Кем шәп шаярта?

КЕМ ШӘП ШАЯРТА? Әлбиттә Салауат районы егеттәре!

Бөгөн Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһының ҙур фестивале уҙҙы.
Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Салауат, Ҡараиҙел, Мәсетле, Стәрлебаш, Учалы райондарынан, Нефтекама, Октябрьск, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан килгән 23 команда үҙ-ара көс һынашты.
Салауат районының данын Лағыр урта мәктәбе уҡыусылары яҡланы. Оҫта етәксе, мәктәп уҡытыусыһы Ранис Хәкимов командаһын был ярышҡа әҙерләне. Лағырҙар барыһын да ҡыҙыҡлы шаяртыуҙары, миниатюралары менән һоҡландырып, еңеүсе булды.

---------


Сегодня в конгресс-холле "Торатау" прошел Большой Фестиваль открытия VII сезона БЮЛ!
В фестивале приняли участие 23 команды из Абзелиловского, Баймакского, Бураевского, Бурзянского, Гафурийского, Дуванского, Караидельского, Мечетлинского, Салаватского, Стерлибашевского, Учалинского районов, городов Нефтекамск, Октябрьский, Сибай, Стерлитамак, Уфа.

Честь Салаватского района защищали ученики Лагеревской СОШ. Под умелым руководством учителя Раниса Хакимова наша команда удивила всех искрометным юмором и заняла первое место. Поздравляем и желаем дальнейших успехов!
Читайте нас: