Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Сентябрь 2019, 12:09

Наҙгөл йәнә “Бөтә тауышҡа” йырлаясаҡ

Билдәле йырсы, бихисап конкурстар еңеүсеһе, яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова шул көндәрҙә Мәскәү ҡалаһына оса. Һәләтле ҡыҙ унда «Бөтә тауышҡа» халыҡ-ара музыкаль телевизион конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.

Билдәле йырсы, бихисап конкурстар еңеүсеһе, яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова шул көндәрҙә Мәскәү ҡалаһына оса. Һәләтле ҡыҙ унда «Бөтә тауышҡа» халыҡ-ара музыкаль телевизион конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Проект эфирға ,, МИР 24" телеканалында сығасаҡ.

Бынан тыш Наҙгөл Рәсәйҙең баш ҡалаһында үткән Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концертта ла ҡатнашасаҡ. Яҡташыбыҙҙың уңышлы сығыш яһап, тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!

----------

Юная певица из Салаватского района, участница федерального проекта «Голос.Дети», победительница множества вокальных конкурсов Назгуль Отузова на днях примет участие в телевизионном проекте «Во весь голос», в котором будет представлять Россию.

Кроме этого 20 сентября наша землячка выступит на концерте к 100 - летию Республики Башкортостан, который пройдет в Москве. С 21 сентября Назгуль примет участие на Международном телевизионном проекте "Во Весь Голос ",в котором будет представлять Россию . Телевизионный эфир проекта пройдёт на телеканале,, МИР 24".

Желаем Назгуль удачи и верим в ее победу!
Читайте нас: