Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Июль 2019, 16:31

Батыр йөрәкле Зариповтар

Уҙған йома көндө Миндеш ауылында янғын сыға. Ағастан һалынған шәхси йортто ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ут ялмап ала. Был ваҡытта өйҙә 1-се төркөм инвалид бер үҙе, ә өй хужабикәһе был мәлдә дауаханаға киткән булған. Янғынды тойһа ла, уның аяҡтары йөрөмәү сәбәпле, йорттан сығып китә алмай. Был хәл фажиғә менән тамамланыр ине, бәхеткә күрә,

Уҙған йома көндө Миндеш ауылында янғын сыға. Ағастан һалынған шәхси йортто ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ут ялмап ала. Был ваҡытта өйҙә 1-се төркөм инвалид бер үҙе, ә йорт хужабикәһе дауаханаға киткән булған. Янғынды тойһа ла, уның аяҡтары йөрөмәү сәбәпле, йорттан сығып китә алмай. Был хәл фажиғә менән тамамланыр ине, бәхеткә күрә, янғынды күрше егет Илнар Зарипов күреп ҡалып, иргә ярҙамға ашыға. Әммә үҙе генә ирҙе сығара алмағас, ярҙамға атаһы Булатты саҡыра. Аталы-уллы ирҙе янған йорттан һөйрәп сығарып, уны үлемдән ҡотҡара.

Ваҡиға урынына килеп еткән Салауат районының 89-сы янғын-ҡотҡарыу часы янғынды һүндерә, әммә йорттан көл-күмер генә ҡала. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, ут верандала торған һыуытҡыстан сыҡҡан.

------

История героического спасения мужчины-инвалида приключилась в д. Миндишево. Ее герои: 55-летний Булат Зарипов с сыном Ильнаром.
На прошлой неделе из полыхающего по соседству дома отец с сыном спасли мужчину инвалида первой группы. Мужчина тяжело болен и сам не может передвигаться, а хозяйка дома в это время была в больнице. А значит, не приди мужчины на помощь, он задохнулся бы еще до приезда пожарных.
Первым возгорание заметил Ильнар. Он незамедлительно бросился соседу на помощь. Но самостоятельно его не смог вытащить, тогда Ильнар позвал на помощь отца. Вместе они спасли соседа от верной гибели.
Дом у попавшей в беду семьи полностью сгорел. Прибывшие на место происшествия пожарные установили, что произошло возгорание из-за короткого замыкания холодильника.


Читайте нас: