Шул көндәрҙә ике бәлиғ булмаған ҡыҙ Йүрүҙән йылғаһында бата яҙҙы. Был күңелһеҙ хәл Малаяҙ ауылында теркәлде. Силәбе өлкәһенән ял итергә килгән 13-15 йәшлек ҡыҙҙар йылғала һыу ингән мәлдә, улар ҡапыл көслө ағымға эләгә. Ҡапыл улар соҡорға эләгеп, бата башлай. Бәхеткә күрә, ҡыҙҙарҙы Салауат районы егеттәре күреп ҡалып, үлемдән йолоп алып ҡала.
- Беҙ был ваҡытта яр буйында инек. Бала-саға сәрелдәшеп һыу ингәс, улар шаяралар, тип уйланыҡ. Иғтибарлап ҡараһаҡ, ике ҡыҙ һыуға бата яҙғанын абайланыҡ. Ир-егеттәр уларҙы ҡотҡарырға йүгергәндә, береһенең һыуҙан ҡулдары ғына күренә, икенсеһенең дә хәле хөрт ине. Ата-әсәләре ҡыҙҙарын һуң күреп ҡалды, беҙҙең егеттәр булмаһа, был хәл фажиғә менән тамамланыр ине, - тип һөйләй Элина Сәғәҙиева.
Был көндө Малаяҙ ауылынан Альберт Бикмөхәмәтов һәм Башҡорт Илсекәйенән Рөстәм Ишморатов ғаиләләре менән Йүрүҙәнгә һыу инергә килгән булған. Егеттәр был хәлде күргәс, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, таныш булмаған ҡыҙҙарҙы һыуға батыуҙан ҡотҡарған.
Ә шулай ҙа Рөстәм Мәүлитйән улы үҙен герой, тип иҫәпләмәй. Иң мөһиме – балалар һау-сәләмәт, - ти ул.
Двое детей едва не погибли в реке Юрюзань. ЧП произошло в с. Малояз. Девочек из Челябинской области 13-15 лет вдруг унесло течением, и оказавшись на глубине, они начали тонуть. Очевидцы случившегося рассказывают, что одна из девочек ушла под воду. Другая держалась на воде из последних сил. Трагедии удалось избежать чудом: детей спасли неравнодушные жители Салаватского района.
В тот день Альберт Бикмухаметов из с. Малояз, и Рустам Ишмуратов из д. Баш. Ильчикеево отдыхали с семьей на берегу речки. Услышав крики, они недолго думая, бросились на помощь и вытащили девочек из воды.
Героизма в своем поступке Рустам Мавлетдинович не видит, немного смущаясь, отвечает, что дети живы – это главное.