Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Июнь 2019, 21:32

Гимназияла - йәнә рекорд!

Гимназияла - йәнә рекорд! Малаяҙ башҡорт гимназияһын 14 уҡыусы миҙалға тамамланы. Кемдәр улар? Тулыраҡ уҡырға:

Районыбыҙ мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтте. Малаяҙ башҡорт гимназияһын тамамлаған уҡыусылар өсөн үткәрелгән байрам сараһына сығарылыш имтихандарын уңышлы үтеп, береһенән-береһе сағыуыраҡ, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары янған егеттәр һәм ҡыҙҙар, уларҙың ата-әсәләре, гимназия коллективы һәм ҡунаҡтар йыйылды.

Быйыл 41 уҡыусы, шуларҙың 17-һе гимназияны тик “5” ле билдәләренә генә тамамланы. Ә 14 уҡыусы: Денис Кәбиров, Айвар Нәбиуллин, Шамил Камалетдинов, Дим Хурамшин, Изабелла Байбурина, Артем Вәлиуллин, Аделина Ғилманова, Айгөл Ғәфүрова, Кәмилә Сәләхова, Тимур Сафин, Элина Яруллина, Маргарита Шапочкина, Милена Хужина һәм Луиза Хәйҙәроваға “Уҡыуҙа айырыусы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы тапшырылды.

Гимназияның сығарылыш класс уҡыусылары имтихандарҙа ла һынатманы. Балалар төрлө фәндәрҙән юғары балдар йыйҙы. Артем Вәлиуллин химияны 100 балға тапшырып, барыһын да һоҡландырһа, рус теленән Аделина Ғилманова 98, ә Шамил Камалетдинов 96 балл йыйҙы.

Улар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестатын алып, мәктәп, бала саҡ менән хушлашты. Сара барышында уҡыу алдынғыларына, төрлө ярыштар, олимпиадаларҙа еңеүселәргә грамоталар тапшырылды. Ата-әсәләр иһә Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Балаларға изге теләктәр теләнде. Уҡыусылар һуңғы вальста өйөрөлөп, кисәне йыр менән тамамланы.

---------


21 июня в МБГ прошла церемония вручения аттестатов выпускникам, прошедшим одиннадцатилетний курс обучения и успешно сдавшим выпускные экзамены. В этом году гимназия выпустила 41 учеников. 17 ребят окончили школу с отличием, а 14 учеников получили медаль «За особые успехи в учении».

Особо отличились трое учеников: Артем Валиуллин, Аделина Гильманова и Шамиль Камалетдинов. Артем не только стал обладателем медали, но и получил 100 баллов на едином государственном экзамене по химии.

Медалисты Аделина и Шамиль так же успешно справились с ЕГЭ. По русскому языку Аделина набрала 98, а Шамиль - 96 баллов. Кроме них медаль получили: Денис Кабиров, Айвар Набиуллин, Дим Хурамшин, Изабелла Байбурина, Айгуль Гафурова, Камиля Салахова, Тимур Сафин, Элина Яруллина, Маргарита Шапочкина, Милена Хужина и Луиза Хайдарова.
Читайте нас: