БДИ... Ни тиклем һынауҙар менән балаларҙы ҡурҡытыуға ҡарамаҫтан, районда имтихандарҙы уңышлы тапшырған уҡыусылар етерлек. Яңыраҡ район уҡыусылары химия фәненән һынау тотто. Татар Малаяҙы ауылынан Артем Вәлиуллин имтиханды 100 балға тапшырып, барыһын да һоҡландырҙы.
Артем быйыл Малаяҙ башҡорт гимназияһын тамамлай. Тырыш егет алтын миҙалға дәғүә итә. Һынауға әҙерләнергә уға химия уҡытыусыһы Лариса Миһранова ярҙам иткән.
Күптәр имтиханға әҙерләнеү өсөн репетиторҙарға, махсус курстарға әллә күпме аҡсаһын сығарып һала. Әммә тырышлығыңды, бар көсөңдө имтихан биреүгә йүнәлтһәң, бер ниндәй ҙә ҡиммәтле курстар ҙа, репетитор ҙа кәрәкмәй. Артем быға асыҡ миҫал булып тора. Ул интернетта төрлө видеодәрестәр ҡарап, китаптар уҡып, һынауҙарға әҙерләнгән. Маҡсатлы егет биология, рус теле һәм математиканан да имтихандар бирә. Буласаҡ һөнәрен медицина менән бәйләп, юғары уҡыу йортона инергә ниәтләй.
Учащийся 11 класса МБГ Артем Валиуллин признается, что ему всегда была интересна химия, а добиться высоких результатов на ЕГЭ помогли регулярные занятия и уверенность в себе.
“Я все свободное время в течение учебного года готовился к ЕГЭ. Ходил на подготовительные курсы, смотрел видеоуроки в интернете. Подготовиться к экзамену мне помогла учительница химии Лариса Мигранова и остальные учителя гимназии очень сильно поддерживали. И хотя я пока не определился с вузом, хочу связать свою жизнь с медициной”, - рассказал выпускник Артем Валиуллин.