Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Май 2019, 12:18

Етмештән ашыу йүгереүсе етмеш саҡрым үтте

Йыл һайын “Еңеү уҙышы”н уҙғарған лағырҙар быйыл иһә рекорд ҡуйып, Ҡатау-Тамаҡҡа тик­лем йүгерҙе. Лағыр урта мәктәбе директоры, мара­фонды ойош­то­роусы Ринат Сит­диҡовтың әйте­үенсә, уҙыш Еңеү көнөнә, Баш­ҡор­тостандың һәм Лағыр мәктәбенең 100 йыллығына арналды.

Марафон 11 майҙа Лағыр ауылынан старт алып, Нәсибаш – Бирғәзе – Минкә маршруты буйынса дауам итте.Уҙышҡа Лағыр, Нәсибаш, Торналы, Янғантау мәктәптәре, ауыл йәштәре, студенттар ҡушылды. Улар Нәсибаш ауылына тиклем йүгергәндән һуң митингыға туҡталды. Сарала район башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина, Нәсибаш ауыл биләмәһе башлығы Рәсимә Бикмөхәмәтова, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Борис Ғәйфуллин ҡатнашты. Ошондай уҡ митинг Силәбе өлкәһенең Минкә ауылында ла булды.

Һөҙөмтәлә Еңеү байрағын күтәргән 70-тән ашыу йүгереүсе , көн томра эҫе булыуға ҡарамаҫтан, барыһы 70 километр арауыҡ үтте. Улар Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһына, финишҡа килеп етер алдынан, урындағы халыҡ та уҙышҡа ҡушылды.
Читайте нас: