Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Май 2019, 13:19

Баҫҡыстан ҡул менән төшөп, рекорд ҡуйҙы

Өфө спортсыһы Руслан Садиҡов "Янғантау" шифаханаһының мең баҫҡысынан ҡулы менән атлап төштө."Ягуар" нисек рекорд ҡуйғанын уҡып сығығыҙ

"Янғантау" шифаханаһында бейек ярҙан Йүрүҙәнгә алып төшкән бик оҙон баҫҡыс бар. Был баҫҡыс 1976 йылда төҙөлгән, уның бейеклеге - 45 ҡатлы йорт. Мең баҫҡыстан бер тапҡыр төшөп, менгәндәр был араны үтеү ни тиклем ауыр бирелгәнен яҡшы аңлай. Ә яңыраҡ Өфө спортсыһы Руслан Садиҡов мең баҫҡыстан ҡулы менән атлап төшөп барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Русланға 27 йәш, ул профессиональ спортсы һәм тренер. Ғәҙәти булмаған рекорд ҡуйыу өсөн ул Өфөләге амфитеатр баҫҡыстарында шөғөлләнгән.

"Ягуар" ҡушаматын йөрөткән егеттең был тәүге донъя рекорды түгел. Былтыр йәй Руслан өс тонна ауырлығындағы автомобилде ике ҡулына баҫып урынынан ҡуҙғатҡан. Быға тиклем ул штанга менән Ирәмәл тауына менгән, шулай уҡ ҡулдарында бер километр юл үткән.

-----------

Недавно спортсмен из Уфы Руслан Садыков поставил необычный рекорд: он прошел на руках тысячу ступеней в санатории «Янган-Тау»

Знаменитая лестница была построена в 1976 году, высота – 45-этажный дом, угол наклона от 65 до 45 градусов: ровно тысяча ступеней. Руслану – 27 лет, и он профессиональный спортсмен и тренер. Готовился к событию долго – тренировался в Уфе на ступенях уфимского амфитеатра.
Читайте нас: