Сыбаркүл ауылы уҙаманы Юрис Әхмәтшин тыуған ауылына пушка алып ҡайтып ҡуйҙы.
Ул бөгөн Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһында йәшәй. “Промэнерго” фирмаһына етәкселек итә. Юрис Ахун улы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ауылына мемориаль комплекс төҙөүҙә төп бағыусы булғайны. Уның атаһы Ахуньян Ғиниәт улы һуғышта ҡатнашҡан. Венгрияға барып етеп, 1945 йылдың октябрендә генә тыуған яғына ҡайтҡан.
Хәҙер Сыбаркүлдә 45 миллиметр калибрлы М-37 пушкаһы һәйкәл эргәһен биҙәй. Ошо ысын хәрби ҡорал бөгөнгө йәш быуынға ата-бабаларҙың ҡаһарманлығы өлгөһө булып ултыра.