Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Май 2019, 17:22

Лағырҙар нисек шаярта?

Лағырҙар нисек шаярта?

Башҡорт юниор КВН лигаһының VI миҙгеле Өфө ҡала һында Конгресс-холда сағыу финал менән тамамланды. Чемпион кубогы өсөн барыһы рес публиканың төрлө төбәктәренән килгән иң көслө биш команда ярышты. Улар араһында Лағыр мәктәбенең “Бер юл” командаһы булыуы – ҙур мәртәбә.

Егеттәр һәм ҡыҙҙар фристайл, капитандар конкурсы, музыкаль өйгә эш кеүек һынауҙар аша үтте. Сәхнәнән башҡорт телендә береһенән-береһе ҡыҙыҡлы мәҙәктәр, шаяртыуҙар, миниатюралар яуҙы, һәр команда ярышта яҡшы әҙерлек күрһәтте.

Быға тиклем бар уйындарҙа ла үҙенсәлекле сығыштары, ҡабатланмаҫ юморҙары менән айырылып торған Ранис Хәкимов етәкселегендә “Алмаш” студияһында шөғөлләнгән егеттәр – Илназ Хәйров, Кәрим Ғаззалов, Илсаф һәм Байрас Ғирфановтар уңышлы сығыш яһаны. Улар тамашасылар, жюри ағзаларының һөйөүен яулап, ярыштың еңеүселәре тип иғлан ителде. Ҡотлайбыҙ, афарин!

“Бар уйындарҙа ла беҙ беренсе булдыҡ, һәм, финалға иң көслө командалар йыйылыуға ҡарамаҫтан, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырманыҡ. Беҙгә ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Марс Кашаповҡа, йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдиновҡа, Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡовҡа, уҡытыусылар коллективына, көйәрмәндәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ранис Рәйес улы.
Читайте нас: