Дыуан районының Арый мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Сыңрау торна” башҡорт фольклорының II төбәк-ара фестиваль-конкурсы Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы һәм Дыуан районы фольклор коллективтарын үҙ янына тупланы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.
Мәҙәниәт усағының фойеһында оҫталарҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Сараға килгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов теләүселәргә ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен өйрәтте.
Конкурста ҡатнашҡан 11 коллектив үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, юғары кимәлдә сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә, Иҙелбай ауылынан “Йүрүҙән ынйылары” ансамбле Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды Малаяҙ ауылынан “Шәрҙәле” коллективы һәм Мәсәғүттән “Әйлеләр” алды.