Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Март 2019, 17:18

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”

Өфөлә 3-сө тапҡыр үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ике этапта уҙғарылған конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу ғариза ебәрелгән. Иң әһәмиәтле награда – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы башҡа арҙаҡлы шәхестәр менән бер рәттән яҡташыбыҙ...

Һәр номинацияла иң сағыу ҡатын-ҡыҙҙар билдәләнде. Еңеүселәрҙе ҡотларға республика Башлығы вазифаһын башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Тихоновтың килеүе сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.

Иң әһәмиәтле награда – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы башҡа арҙаҡлы шәхестәр менән бер рәттән яҡташыбыҙ, мәғариф ветераны Зилә Яппароваға ла тапшырылды. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Абдуллина бүләк­ләнде. Башҡорт Илсекә­йендә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ бөгөн Өфө ҡалаһы мәктәбендә уңышлы эшләй. Бүләкләнеүселәр араһында “Ҡатын-ҡыҙ – педагог” номинацияһында еңеүсе булған Яхъя мәктәбе уҡытыусыһы Нурания Сурағолова, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер” номинацияһында еңеү яулаған Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиеваның булыуы – ҙур шатлыҡ. Районыбыҙҙың алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарын был наградалары менән ҡотлап, уларға уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: