Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Декабрь 2018, 09:01

проект для молодых и талантливых исполнителей - «Алтын песни

В Уфе завершился проект для молодых и талантливых исполнителей - «Алтын песни». В конкурсе принял участие и наш земляк Саит Саитгалин и выиграл 250 тыс рублей! Он рассказал нашей газете на что он потратит свой приз.

- Я очень рад, что мне посчастливилось принять участие в таком амбициозном проекте. С товарищем много репетировали и исполнили в финале песню “Танцуй!”. За нас голосовали зрители и мы победили в номинации “Лучший дуэт”.
Талантливому певцу подарили сертификат на съемку клипа от клипмейкеров лейбла Rhymes music, автора клипов группы TIMUR , Ganwest, Frendzone и дальнейшую его ротацию на телеканале и на радио.
_____
“Алтын йырҙар” исемле проект республикала икенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл был йыр-моң конкурсында Салауат районынан өс йырсы Сәйет Сәйетғалин, Дунай Фәтҡуллин һәм Диана Шиһапова ҡатнашып, ҙур уңыштарға иреште.
Конкурс өс этапта уҙғарылды: жюри ағзалары 60 кеше араһынан финалға 16 йырсыны һайлап алды. Һәләтле йәштәр үҙенсәлекле итеп башҡортса сығыш яһаны. Дунай һәм Диана һайлап алыу турҙарын үтеп, финалда уңышла сығыш яһаны. Сәйет йырсы Ильяс Ғайсин менән финалда “Бейе” йырын башҡарҙы. Һөҙөмтәлә, егеттәр “Иң яҡшы дуэт” номинацияһында еңеү яуланы. Уларға клип төшөрөү өсөн 250 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
- “Алтын йырҙар” республикала үткәрелгән иң шәп проекттарҙың береһе тип уйлайым. Сөнки унда махсус музыкаль белеме булмаған ябай йырсылар ҙа ҡатнаша ала. Өйҙән генә интернет аша бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявка ебәрәң дә, кастинг үтәң. Райондаштар ҙа икенсе йылға был проекттар көстәрен һынап ҡараһын ине, - тип теләктәрен белдерҙе Сәйет.

Читайте нас в