Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Декабрь 2018, 10:35

Һәләтле ҡыҙға – алтын скрипка асҡысы

21 ноябрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында “Өфө тулҡыны – 2018” музыкаль конкурсы тамам­ланды. Барыһы йыр-моң проектында 90 кеше ҡатнашты, уларҙың 17-һе финалға сыҡты.

БСТ каналының тура эфирында еңеүселәрҙе билдәләп, уларға бүләктәр һәм Сваровски таждары менән биҙәлгән алтын скрипка асҡысын тапшырҙылар. Йыр конкурсында яҡташыбыҙ, Янғантау ауылы һылыуы Наҙгөл Отузованың да ҡатнашыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. “Голос. Дети”, “Өфө тулҡыны”, “Балалар Евровидениеһы” һәм башҡа музыкаль конкурстарҙа ҡатнашып, танылыу яулаған һәләтле ҡыҙ был юлы ла тамашасыларҙың һәм жюри ағзаларының һөйөүен яуланы. Ул “Дебют” һәм “Халыҡ һайлауы” номинацияларында еңеп, финалда ике наградаға лайыҡ булды. Наҙгөл “Йүрүҙән” гәзите менән бәйләнешкә сығып, беҙҙең бер нисә һорауға яуап бирҙе.
– Наҙгөл, конкурсҡа әҙерләнеүе ауыр булманымы?
– Йыр бәйгеһенә бер ай әҙерләндем. Көнөнә бер нисә тапҡыр “Драмы больше нет” йырын башҡарырға өйрәндем.
– Конкурс нисек үтте, конкуренция көслө инеме?
– Ул ыңғай, ижади мөхит булдырылыуы менән бик ныҡ оҡшаны. Бәйгеселәр бер-береһен конкурент итеп тойманы, ә киреһенсә, беҙ ҡыҙҙар һәм егеттәр менән дуҫлаштыҡ, кәрәк саҡта бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Конкурста ҡатнашыуыма бик шатмын, ул минең өсөн ҙур тәжрибә.“Өфө тулҡыны” мәңгелеккә минең йөрәктә яҡты нур булып һаҡланасаҡ.
– Киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәйһең?
– Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә, һуңынан Мәскәүгә юлланырға уйлайым.
– Һиңә уңыштар, Наҙгөл, яңы үрҙәр яулауыңды теләйбеҙ. Әңгәмәң өсөн рәхмәт.
Читайте нас: