Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Ноябрь 2018, 12:34

Донъя чемпионатынан көмөш миҙал менән

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазандың “Аҡ Барс” һарайында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбаулы көрәш буйынса донья чемпионаты үтте. Унда донъяның 40 иленән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазандың “Аҡ Барс” һарайында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбаулы көрәш буйынса донья чемпионаты үтте. Унда донъяның 40 иленән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Мәртәбәле ярышта Салауат районы батыры, яҡташыбыҙ, райондың спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Наил Мөхәмәтйәновтың да (һүрәттә – һулдан беренсе) ҡатнашыуы ҙур ғорурлыҡ булды. Милли көрәш, билбаулы көрәш буйынса бер нисә тапҡыр республика, Рәсәй, Европа чемпионы, донъя чемпионаты призеры был ярышта икенсе урын – көмөш миҙал алды.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 8 спортсы сығыш яһаны.
Читайте нас: