Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Октябрь 2018, 15:16

Башҡорт ҡыҙҙары – иң һылыуҙары

“Иң сибәр студент» бөтә Рәсәй белем, ижад һәм спорт конкурсының финалы быйыл Ҡырымдың Севастополь ҡалаһында уҙҙы. Конкурста юғары уҡыу йорто эсендә һәм төбәк этаптарында еңеүсе булған 38 ҡыҙ һәм 22 егет ҡатнашты. Башҡортостандан Гүзәлиә Ишмө­хәмәтова “Тамашасы һөйөүе”н яуланы. Гүзәлиә – тамырҙары менән Салауат районынан. Уның өләсәһе Малаяҙ ауылында йәшәй.

Яҡташыбыҙ самауыр менән башҡорт бейеүе өсөн «Нәзәҡәтлелек» номинацияһында ла билдәләнде. Гүзәлиә – Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында белем ала. 12 йәштән Линара Таһированың «Һылыуҡай — Bashkirian Beauty» студияһында шөғөлләнә. 2018 йылда «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсында ҡатнашты һәм «Интернет һылыуҡайы» номинацияһында еңеүсе булғайны.
– Берҙәмлектә – көс, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн беҙ бергә иҫбат итә алдыҡ. Миңә ышанған, ярҙам иткән, минең өсөн тауыш биргән һәм эргәмдә булған барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гүзәлиә.
Читайте нас: