Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Октябрь 2018, 16:39

Хакимиәт башлығы чемпион ҡыҙҙы ҡотланы

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Республика көнө алдынан спортсы яҡташыбыҙ, мини-футбол буйынса донъя чемпионы Зәлиә Ғәзимованы тәбрикләне.

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Республика көнө алдынан спортсы яҡташыбыҙ, мини-футбол буйынса донъя чемпионы Зәлиә Ғәзимованы тәбрикләне.
Ул чемпион ҡыҙға Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙы. Марс Фәррәх улы Зәлиәгә киләсәктә юғары үрҙәр теләне. Район башлығы спортсы ҡыҙҙың әсәһе Фәниә Ғәзимова менән уның тәүге тренеры Винарис Минһажевты ла ҡотлап үтте.
Малаяҙ ауылы һылыуы Зәлиә Ғәзимова бөгөн Екатеринбургта Физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте институтында белем ала. Ул “Урал федераль университеты” футбол клубында уйнай, Свердловск өлкәһе йыйылма командаһы капитаны булып тора. Августа студенттар араһында мини-футбол буйынса Ҡаҙағстандың Алма-Ата ҡалаһында уҙған донъя чемпионатында Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы еңеү яулағайны. Унда Зәлиәнең ҡапҡаға индергән тубы хәл иткес роль уйнаны.
Читайте нас: