Үткән аҙнала республика башлығы Рөстәм Хәмитов дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорттың төрлө тармаҡтарында эшләгән 45 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, Почёт грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәренең үрнәк-күрһәтмә оркестры начальнигы урынбаҫары, подполковник, дирижер Азат Шахмөхәмәтовтың һәм Урман хужалығының әйҙәүсе белгесе Фәнис Ғәйнетдиновтың булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Сығышы менән Мөрсәлим ауылынан булған Азат Ғәли улына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелһә, Урман хужалығы министрлығының федераль урман һәм янғын күҙәтеүе Дыуан район-ара территориаль бүлегенең әйҙәүсе белгесе Фәнис Зекерйән улына урман хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
– Һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградалары алыуығыҙ менән ҡотлайым, – тине Рөстәм Зәки улы. – Яңы уңыштар, һаулыҡ теләйем. Коллективығыҙҙа һәр саҡ ыңғай мөхит, барлыҡ йүнәлештәрҙә лә яҡшы булһын. Әле республикабыҙ һәйбәт үҫеш этабында. Бюджетыбыҙ тулы, күп объекттар төҙөлә. Дөйөм алғанда, был халыҡты ыңғайға көйләй.