Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Сентябрь 2018, 17:40

Зәлиә Ғәзимова – донъя Чемпионы!

Рәсәй йыйылма командаһында уйнаған яҡташыбыҙ финалда хәл иткес туп индерҙе

26 августа Рәсәйҙең мини-футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы донъя Чемпионы булды. Студенттар араһында турнир Ҡаҙағстанда Алма-Ата ҡалаһында уҙҙы. Рәсәй йыйылма командаһына ингән яҡташыбыҙ, Малаяҙ ауылы спортсыһы Зәлиә Ғәзимова, финалда хәл иткес “гол”дарҙың береһен ҡапҡаға индереп, донъя Чемпионы исемен яуланы. Һөҙөмтәлә уйында беҙҙекеләр Украина спортсыларын 2:0 иҫәбе менән еңде.
“Урал федераль университеты” футбол клубының уйынсыһы, Свердловск өлкәһе йыйылма командаһы капитаны Зәлиә Фәрүәз ҡыҙы – бөгөн Екатеринбургтағы Физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте институты магистры. Финалдан һуң Зәлиә донъя Чемпионаты тураһында тулыраҡ һөйләп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Тәүге уйындарҙа мин майҙанға ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына сыҡтым. Тренерҙар мине, бәлки, шулай ҡурсалағандыр, йә әҙер булыуыма ышанып етмәгәндер. Плей-офф яҡынлашҡан һайын мине футбол майҙанына оҙағыраҡҡа сығара башланылар. Был саҡта мин үҙемдең көслө сифаттарымды күрһәтеп ҡалырға тырыштым. Һәм тырышлығым юҡҡа булманы, Канада, Португалияға ҡаршы уйнағанда һәм финал матчында мин тулыһынса уйнаным.
Әлбиттә, шундай әһәмиәтле матчта үҙемде һынап ҡарауыма бик шатмын. Мин һәр ваҡыт Рәсәйҙең йыйылма командаһына инеп, ҡыҙҙар менән бергә етди ярыштарҙа еңеү яуларға хыялландым. Чемпионат юғары кимәлдә уҙҙы. Ҡаҙағстан да бик оҡшаны. Беҙҙе яҡшы ҡаршы алдылар, уйындар араһында ҡала буйлап экскурсия ойошторҙолар. Чемпионаттан һуң үҙемде төрлө яҡтан сыныҡтырыу өҫтөндә тағы ла нығыраҡ эшләйәсәкмен, – тине ул.
Әйткәндәй,студенттар араһында үткән мини-футбол буйынса Донъя чемпионаты быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарылды. Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы тәүге тапҡыр Чемпион булды. Былтыр беҙҙекеләр икенсе урын яулағайны. Яҡташыбыҙҙы ҙур уңышы менән ҡотлап, уның киләсәктә яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Читайте нас: