Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Апрель 2018, 09:56

Арҡауыл ауыл биләмәһе – республика конкурсы лауреаты

Арҡауыл ауыл советы биләмәһе “Башҡортостан Рес­публикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” кон­курсында өсөнсө урын алды.

Арҡауыл ауыл советы биләмәһе “Башҡортостан Рес­публикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” кон­курсында өсөнсө урын алды.
Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәртәбәле конкурс лауреаттарын бүләкләне. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды. Муниципаль берәмектәр араһында был конкурс 2013 йылдан бирле 10 номинация буйынса уҙғарыла. Уны Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы ассоциацияһы ойоштора.
Беҙҙең Арҡауыл ауыл биләмәһе “БР муниципаль берәмектәр халҡы менән һөҙөмтәле “ҡаршы бәйләнеш” булдырыуы, территориаль йәмәғәтселек үҙидараһын үҫ­тереүе һәм граждарҙы урындағы үҙидараны ойоштороуға йәлеп итеүе” номинацияһында өсөнсө урын менән билдәләнеп, Башҡортостан Башлығы Дипломына лайыҡ булды.
– Был беҙҙең дөйөм эшебеҙ һөҙөмтәһе, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова (һүрәттә). – Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Совет секретары Андрей Сергеев, хакимиәт, район Советы белгестәре – һәммәһенә лә конкурсҡа әҙерләнгәндә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Бөгөн ауыл биләмәһен үҫтереүгә мөмкинлектәр, төрлө программалар күп. Урындағы халыҡ менән уртаҡ тел табып, тырышып эшләгәндә, яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә була.
Арҡауыл ауыл хакимиәтен конкурста уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ, уңыштар, яңы үрҙәр яуларға яҙһын киләсәктә лә.
Читайте нас: