Милли көрәш буйынса Рәсәй Беренселеге Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда үтте. Унда бөтә илдән 20 команданан 230 спортсы ҡатнашты. Беҙҙең Салауат районынан тренер-уҡытыусы Валерий Мөхәмәҙиев етәкселегендә Тирмән һәм Мөрсәлим ауылдарынан ете келәм батыры Башҡортостан йыйылма командаһы (дөйөм унда – 27 кеше) өсөн сығыш яһаны.
Ярыш 13 – 18 йәшлек егеттәр араһындағы ауырлыҡ категориялары буйынса уҙғарылды. Тирмән ауылынан Вилдан Хажиморатов 65 килограмға тиклем ауырлыҡта беренсе урын яулап, милли көрәш буйынса Рәсәй Чемпионы булды. Ул Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Валерий Мөхәмәҙиевтың башҡа тәрбиәләнеүселәре лә келәмдә яҡшы сығышы менән ҡыуандырҙы. Динар Закиров 65 килограмға тиклемдә көмөш призер булһа, 75 килограмға ҡәҙәре ауырлыҡта Илнар Юлдашбаев – икенсе, Роберт Ғатауллин (барыһы ла – Мөрсәлим урта мәктәбенән) өсөнсө урынға сыҡты. Тирмән урта мәктәбе уҡыусыһы Линар Әйүпов 50 килограмға тиклемдә “бронза” алһа, Шамил Сәғитов (Мөрсәлим) – 60, Батыр Мөхәмәҙиев (Тирмән) 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында – бишенсе урындалар.
Афарин, егеттәр! Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә уңышлы яҡлауығыҙ район өсөн үҙе бер ғорурлыҡ!