Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Март 2018, 10:36

Гүзәлиә – “Интернет һылыуҡайы”

Салауат районын данлап сығыш яһаған Өфө ҡыҙы Гүзәлиә Ишмөхәмәтова “Һылыуҡай – 2018” республика гүзәллек бәйгеһендә “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында еңеүсе булды.

Салауат районын данлап сығыш яһаған Өфө ҡыҙы Гүзәлиә Ишмөхәмәтова “Һылыуҡай – 2018” республика гүзәллек бәйгеһендә “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында еңеүсе булды.
Ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторолған интернет тауыш биреүҙә иң алға сыҡты. Гүзәлиә бөтәһе 3129 тауыш йыйып, ошо номинацияға эйә булды. “Һылыуҡай – 2018” конкурсы тажын быйыл Әлшәй районы сибәркәйе Әлфинә Кашапова алды. Уға төп приз – автомобиль дә бүләк ителде. Гүзәллек бәйгеһенең Гала-концерты Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 23 мартта үтте.
Читайте нас в