Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Март 2018, 10:37

Көрәшселәребеҙ ал бирмәй!

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә уҙғарылған милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса XVIII республика фестивалендә Салауат районы командаһы көрәштә беренсе урын яуланы.

Көрәшсе егеттәребеҙ Вилдан Хажиморатов, Айҙар Кәримов (1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) 65, 80 килограмға тиклем ауырлыҡта – беренсе, Вадим Фәссәхов (Лағыр), Данил Ғимранов (Башҡорт архитектура һәм төҙөлөш колледжы) 55, 90 килограмға тиклем ауырлыҡта өсөнсө урынды алды. Дамир Ваһапов (Лағыр), Илназ Ғәлимов (Таймый), Олег Коленченко (Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы) – дүртенсе, Алмаз Йомағужин, Илдан Камалетдинов (икеһе лә – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары) үҙ ауырлыҡ категорияларында бишенсе урынға сыҡты.
Дөйөм команда буйынса Салауат районы еңеүсе булһа, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Читайте нас: