Мәскәүҙә Беренсе каналда барған “Голос. Дети” ("Тауыш. Балалар. 5-се миҙгел") проектында Янғантау ауылынан һәләтле ҡыҙ Наҙгөл Отузоваға баһалама ағзалары барыһы ла әйләнде. Наҙгөл итальян телендә “Адажио” композицияһын башҡарып, остаздарҙы ла, тамашасыларҙы үҙенең көслө тауышы менән таң ҡалдырҙы.
Ил эстрадаһы йондоҙҙары Валерий Меладзе, Пелагея һәм Баста, бер-бер артлы ҡыҙыл төймәгә баҫып, залдағы тамашасылар кеүек, аяғүрә баҫып, ҡул сапты талантлы ҡыҙға.
Наҙгөл музыкаль белеме һәм вокал буйынса педагогы булмауы хаҡында әйтеп үтте. Жюри ҡыҙға һорауҙар биреп, ҡайһы команданы һайлауын һораны. Наҙгөлдө остаздарҙың һәр ҡайһыһы үҙенә алырға теләк белдерҙе. Ҡыҙ һис икеленмәй Баста командаһын һайланы. Проектты алып барыусы Дмитрий Нагиев Наҙгөлгә таланты һәм ҡорос характеры өсөн рәхмәт белдерҙе. “Һинең йырың иң яҡты, сағыу сығыштарҙың береһе булды” – тине, популяр алып барыусы.
Яҡлау төркөмөндә район мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина ла бар ине. Әле ул Мәскәүҙә конкурстың сираттағы этабына әҙерләнә.
Һин – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, уңыштар юлдаш булһын. Афарин, Наҙгөл!