Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Февраль 2018, 10:33

Шәп шаярта “Башstar”!

“Башstar” – районда ғына түгел, республика, сит өлкәләрҙә билдәлелек яулаған команда.

“Башstar” – районда ғына түгел, республика, сит өлкәләрҙә билдәлелек яулаған команда.
Күптән түгел үткән Башҡорт асыҡ КВН лига­һы­ның 6-сы миҙге­лендә улар үҙен­сә­лек­ле сығы­шы, тос юморҙары һәм ҡыҙыҡлы миниатюралары менән айырылып торҙо. Сәхнәгә Бөрйән, Күгәрсен, Йы­лайыр райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Учалы ҡалаларынан килгән 10 команда сыҡты. Хатта Санкт-Петербургта уҡып йөрөгән студенттар ҙа был саранан ситтә ҡалманы.
Әлкә егеттәре Алмас Шәмсетдинов, Ғафар Кәримов, Миндештән Илнар Зарипов, Урмансынан Айгиз Ғиззәтов һәм тауыш операторы Әлкә һылыуы Элина Исмәғилева конкурсҡа етди әҙерлек менән барғайны. Һөҙөмтәлә “Башstar” командаһы 3-сө урын яуланы.
– Яңы миҙгел әле башланып ҡына тора. Уға өмөттәр ҙур. Был юлы яҡшы сығыш яһаныҡ, тип уйлайым. Конкурсҡа әҙерләнергә Лағырҙан Ранис Хәкимов беҙгә ярҙам итте, рәхмәт уға, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты команда капитаны Алмас.
Мәктәп йылдарында уҡ тәүәкәлләп, мәҙәктәр, миниатюралар уйлаған егеттәр, Ҡаҙағстан тамашасылар залын да шат көлөү тауыштарына күмде, башҡа сит яҡтарҙа сығыш яһап, танылыу яуланы. Афарин, йәштәр!
Читайте нас: