Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Ғинуар 2018, 16:06

Иң яҡшы уйынсы – Диана

Һуңғы арала ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы бик популяр була башланы. Малаяҙ ауылында тыуып үҫкән, һуңынан Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында, бөгөн Түбәнге Новгородта йәшәгән, 3 тапҡыр Рәсәй, күп тапҡыр мәктәп спартакиадалары чемпионы, ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионатының бронза призеры Диана Фәрхетдинова өсөн Яңы йыл уңышлы башланды.

Яҡташыбыҙ “СКИФ” профессиональ клубы өсөн өсөнсө сезон уйнай. Һуңғы миҙгел дә Диана өсөн уңышлы була. “СКИФ” йәштәр командаһы Рәсәй беренселегендә еңә һәм маҡсатлы ҡыҙ “Иң яҡшы ҡапҡасы” титулына лайыҡ була. Августа Диана “СКИФ” хоккей командаһы составында “World Selects Invitational" халыҡ-ара турнирында ҡатнашып, еңеү яулай. Рәсәй командаһы Венгрия, Канада, Германия һәм Словакия командаларын еңә.
6 ғинуарҙа Дмитров ҡалаһында хоккей буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Тәүҙә Рәсәй командаһы Канада йыйылма командаһына ҡаршы уйнай. Һөҙөмтәлә беҙҙекеләр еңеү яулай, ә Диана иң яҡшы уйынсы булараҡ таныла.
Былтыр йәштәр хоккей командаһы донъя чемпионатында өсөнсө урын яулаһа, быйыл улар еңеүсе булыр тип өмөт итәбеҙ.
– Әлбиттә, барыһы ла беренсе урынға дәғүә итә. Шуныһы мөһим: чемпионатта көсһөҙ спортсылар юҡ. Ә шулай ҙа беҙ еңеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, – ти Диана.
Читайте нас: