Беренсе каналда популяр булған йыр конкурсы 2018 йылдың февраль-март айҙарында старт аласаҡ. Кастингта ҡатнашҡан 120 йырсы араһынан, жюри ағзалары конкурстың беренсе этабына иң-иңдәрҙе һайлап алды. Наҙгөл телепродюсер Юрий Аксюта һәм музыкаль редакторҙар иғтибарына итальян телендә «Адажио» һәм билдәле йырсы Полина Гагаринаның “Навек” йырҙарын тәҡдим итте. Кастингтың һөҙөмтәләре яңыраҡ билдәле булды. Конкурстың беренсе этабына үткән йырсылар араһында беҙҙең Наҙгөл дә бар.
Әйткәндәй, йыр бәйгеһенең киләһе этабы ғинуар, февраль айҙарында үтә һәм ул Беренсе каналда күрһәтеләсәк. Әле Наҙгөл Мәскәү ҡалаһында“Тауыш. Балалар” шоуының продюсерҙары менән конкурсҡа йырҙар һайлай.