Юлиана Малаяҙ башҡорт гимназияһында уҡығанда уҡ үҙен тырыш, белемгә ынтылыусан уҡыусы булараҡ таныта. Гимназия тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа үҙен һынай. Бөгөн ул Мәсәғүт педагогия колледжының 4-се курс студенты. Юлиана тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә, Дыуан район мәҙәниәт һарайының “Күстәнәс” бейеү ансамбле составында сығыш яһай. Ансамбль менән улар төрлө бейеү конкурстарында еңеүҙәр яулай. Тырыш ҡыҙҙы төркөм һәм дөйөм ятаҡ старостаһы итеп һайлап ҡуйғандар. Шулай уҡ ул олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнашып, призер була.
Быйылғы йәй Юлиананың күңелендә бигерәк тә яуаплы һәм тәьҫораттарға бай осор булып һаҡланды. Ул өс ай Анапа һәм Ҡырым балалар лагерында вожатый булып эшләне. Алсаҡ, фантазияға бай, маҡсатлы ҡыҙ балаларҙың йөрәген арбап, улар менән бик тиҙ уртаҡ тел тапты. Эше ауыр, үтә яуаплы булһа ла, Юлиана бәләкәй генә сәйәхәттән ҡәнәғәт ҡалған. Ә күптән түгел уҡыуҙа, фәнни-тикшеренеү эштәрендәге юғары күрһәткестәре өсөн ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы исемендәге стипендияға лайыҡ булды.
– Бар эштәргә илһамландырыусы, этәреүсе ул минең әсәйем Филүсә Флүр ҡыҙы. Мин уға бик ныҡ рәхмәтлемен, – ти Юлиана.