Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Ноябрь 2017, 15:08

Хеҙмәттәшебеҙгә – Рәсәй наградаһы

Салауат районы мәғлүмәт үҙәге баш бухгалтеры Наталья Чвановаға Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостандың Профсоюздар йортонда республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Журналистар, нәшриәт, типография, редакция структуралары, радио һәм телекомпания хеҙмәткәрҙәре һөнәри эшмәкәрлектәге юғары ҡаҙаныштары өсөн лайыҡлы наградалар алды.
«Был залда тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәре йыйылған. Һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәре күҙгә күренеп бармаған кешеләр – баҫмасылар, кадрҙар хеҙмәте вәкилдәре, корректорҙар бар. Ләкин барығыҙ ҙа дөйөм эш башҡараһығыҙ – йәмғиәттең, тамашасыларҙың һәм уҡыусыларҙың мәнфәғәттәре өсөн хеҙмәт итәһегеҙ. Һөнәрегеҙгә булған һөйөүегеҙ һәм тоғролоғоғоҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм», – тип сәләмләне бүләкләнеүселәрҙе республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.
Бүләкләнеүселәр араһында Салауат районы мәғлүмәт үҙәгенең баш бухгалтеры Наталья Чванованың да булыуы ҡыуаныслы. Наталья Векторовна редакция бухгалтерияһында 2010 йылдан алып эшләй. Хеҙмәт дәүерендә талапсан, намыҫлы хеҙмәткәр булараҡ коллективта абруй ҡаҙанды.
Читайте нас: