Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Ноябрь 2017, 09:03

Иң яҡшы уҡытыусыларға – грант

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «2017 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Һөнәри байрамдары көнөндә 34 уҡытыусы 200 мең һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

Бүләкләнеүселәр араһында Салауат районынан 1-се Малаяҙ урта мәктәбе директоры Әлфиә Кәримованың да булыуы район өсөн ҙур мәртәбә.
Әлфиә Рәмил ҡыҙы заман һулышын тойоп, заман менән бергә атлаған, белемен, уҡытыу тәжрибәһен камиллаштырырға ынтылған педагог. Хеҙмәт юлын ул 2001 йылда башлай. Өфөлә 48-се башҡорт лицейында, һуңынан “Берҙәмлек” лицейында тәжрибә туплай. 2012 йылда ул тыуған яҡтарына ҡайтып, Торналы мәктәбе директоры урынбаҫары булып эшләй. 2014 йылдан бөгөнгәсә 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә директор. Әлфиә Кәримова тәрән белеме, аҡыллы кәңәштәре, бай ижади фекерләүе менән уҡыусыларға илһам ҡанаттары ҡуя, һәләттәрен аса, үрҙәр яуларға дәртләндерә. Ул башҡорт теле олимпиадаһына призерҙарҙы әҙерләй, уҡыусыларҙы башҡа ярыштарға илһамландыра. Уның уҡыусыһы Бөтә Рәсәй “Илһам – 2015” конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булды. Шулай уҡ ул үҙенең көсөн дә төрлө конкурстарҙа һынай. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009”, “Тикшеренеүсе-педагог” конкурстарында еңеү яулай. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009” бәйгеһенең төбәк-ара этабында ҡатнашып, “Яңылыҡҡа ынтылыусы” номинацияһына лайыҡ була. 2010 йылда ул кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Әлфиә Рәмил ҡыҙын был әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап, уға эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: